

Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы итеп Илмир Әһлиуллин тәғәйенләнде. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
Радий Фәрит улы һүҙҙәренсә, быға тиклем ошо вазифаны биләгән Алексей Дербеко командала ҡала, һәм эшен дауам итә.
Илмир Зөлфәт улы Әһлиуллин 1992 йылдың 22 февралендә Учалы районының Миндәк ҡасабаһында тыуған.
2014 йылда РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (политология, “иҡтисади процестар политологияһы”), 2015 йылда РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (юриспруденция, “финанс хоҡуғы”), 2016 йылда Юғары иҡтисад мәктәбен (политология, “Сәйәсәт. Иҡтисад. Философия” магистрлыҡ программаһы) тамамлай.
Бынан тыш, өҫтәмә белемгә эйә. Квалификацияһын камиллаштырыу:
МГИМО – “Сағыштырма политология”, “Геосәйәсәт”;
РАНХИГС – “Заманса асыҡ идаралыҡ (“Геройҙар ваҡыты” президент кадрҙар программаһы сиктәрендә);
БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһы – “дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендә етәксенең төп белемдәре".
Дәүләт наградалары бар: Г. К. Жуков миҙалы, “Хәрби-сәйәси эше өсөн” РФ Оборона министрлығының отличие билдәһе, Оборона министрлығының “МХО-ла ҡатнашыусыға” миҙалы, генерал М. Шайморатов ордены, шулай уҡ БР Башлығының Рәхмәт хаты, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең Рәхмәт хаты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың почет грамотаһы.
Өйләнгән, өс балаһы бар.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге:
01.2014 – 03.2018 - аналитик, “Сәйәси мәғлүмәт үҙәге” консалтинг компанияһының өлкән аналитигы;
04.2018 – 02.2019 - Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының көйләүсе йоғонтоно баһалау департаментының перспективалы үҫеш бүлегенең баш белгесе;
02.2019 – 12.2020 - 1-се разрядлы белгес, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге мөдире урынбаҫары;
02.2020 – 12.2020 - Мәҙәниәт министрлығының “Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге”нең кесе ғилми хеҙмәткәре;
12.2020 – 10.2022 - Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе гармонизациялау бүлеге мөдире;
10.2022 – 09.2025 - Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү.