СӘЙӘСӘТ
27 Октябрь 2025, 11:09

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тура бәйләнеш тураһында әйтте. Журналистар һәм республика халҡы тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала.

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирәБашҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә

 

Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә башлана, 4 сәғәтуә яҡын бара, тине Башҡортостан Башлығы.

2024 йылда Башинформ Радий Хәбировтың тура бәйләнеш ваҡытында 65 ҡатмарлы һорауға 65 ғәҙел яуап биреүе хаҡында яҙғайны. Тура эфирҙы БСТ телеканалы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанциялары, шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин ине.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-10-27/glava-bashkirii-v-pryamom-efire-otvetit-na-voprosy-zhiteley-respubliki-4442435

Автор:Ләйлә Аралбаева
 
Автор:
Читайте нас