СӘЙӘСӘТ
24 Апрель 2025, 14:17

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

  

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләнеВладимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне
Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан Регина һәм Илшат Лоҡмановтарҙы «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

«Благовар районында йәшәгән ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Регина Римовна – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы. Дүрт улдары бар. Асҡар, Ислам, Аслан һәм Илһам спорт менән мауыға, ижади, фәнни конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә, яҡшы уҡырға һәм ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә»,  тине ул Лоҡмановтарҙың татыу ғаиләһе хаҡында.

Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 45 ғаиләгә Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды, – тип билдәләне министр.

 Фото:Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас