“24 йәшлек “Башня” позывнойлы яугир менән икенсе тапҡыр осрашабыҙ.
Ул сроклы хеҙмәтен үтәгән ваҡытта Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта. Хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Йәш егеттең ихтыяр көсөнә, илһөйәрлегенә, батырлығына оло ир-уҙаман да көнләшерлек.
“Башня” һәм СВО зонаһында хәрби хеҙмәтен үтәгән барлыҡ егеттәр – беҙҙең заман Геройҙары, улар иңендә Ватанды һаҡлау бурысы ята. Уларға ышанабыҙ, ғорурланабыҙ һәм имен-һау өйҙәренә ҡайтыуын көтәбеҙ”,--тип яҙҙы Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.