Махсус хәрби операция ветераны Илдар Мамадрәхимов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында республика халҡына фронттағы яугирҙәргә ебәргән гуманитар ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны составында хеҙмәт иткән. Яраланғандан һуң өйөнә ҡайтҡан һәм хәҙер Нуриман районында фермер булып эшләй.
«Радий Фәрит улы, үҙемдең һәм иптәштәрем исеменән һеҙгә лә батальонға ярҙам күрһәткәнегеҙ, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән иптәшем менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, ул яугирҙәребеҙҙе отпускыға уңайлы автобустар менән алып ҡайтыуҙарына һәм кире илтеп ҡуйыуҙарына ныҡ ғәжәпләнгәйне. Мин быны шулай тейешле тип ҡабул итәм, әммә, ҡайһы бер яугирҙәр быға аптырай. «Бындайҙы бер ҡайҙа ла күрмәҫһең», — ти иптәшем. Шуның өсөн мин бөгөн һеҙгә рәхмәт әйтергә тип килдем», — тине Илдар Мамадрәхимов.
«Ысынында иһә беҙ һеҙгә рәхмәт әйтергә тейеш. Махсус хәрби операция илде, республикала йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы — хәҙер иң мөһим кеше. Беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото:Олег Яровиков