Андрей назаров Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһында эшен дауам итәсәк, бының өсөн уның көсө лә, теләге лә бар. Был хаҡта Радий Хәбиров республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында журналистарҙың береһенең һорауына яуабында белдерҙе.
«Хөкүмәт, минеңсә, ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы үтәй. Уларға стандарт булмаған шарттарҙа эшләргә һәм саҡырыуҙарға яуап бирергә тура килә. Андрей Геннадьевичҡа уның эше өсөн рәхмәтлемен. Беҙ уның эшен дауам итеүе тураһында һөйләшеп килештек. Уның энергияһы, теләге һәм тәжрибәһе ҙур», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Фото:Олег Яровиков (Башинформ)