Был мәҡәләлә һәйкәлде реставрациялау өсөн уны алырға кәрәклеге, бының күпме ваҡыт биләйәсәге һәм ни өсөн Салауат Юлаевтың үҙ урынына кире ҡайтмаҫ тип ҡурҡырға ярамағанлығы тураһында ентекле һөйләйбеҙ.
Өфө ҡалаһында Башҡортостандың төп символы булған Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерләнәләр. 1967 йылда скульптор Сосланбек Тавасиев эшләгән монументта оҙонлоғо 10 метр тәшкил иткән ат статуяһы суйындан яһалған. Уның ауырлығы 40 тоннаға яҡын. Реставрация проекты икеләтә тарихи-мәҙәни экспертизаһын уңышлы үтеп, әле Башдәүләт экспертизаһында баһалана. Эксперт комиссияһы составында: эксперт комиссияһы рәйесе Дарья Александровна Зайцева, эксперт комиссияһының яуаплы секретары–Александр Михайлович Быков һәм эксперт комиссияһы ағзаһы Алексей Петрович Хорликов. Уларҙың барыһы ла мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға дәүләт экспертизаһы төҙөүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Һәйкәлде ремонтлау эштәре 2024 йылдың ноябрендә башлана. Ул Өфө бюджеты иҫәбенә финанслана: ошо маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана.
Һәйкәл авария хәлендә тип танылған
2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан мәҙәни мираҫы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы.
Документацияны Ҡазан ҡалаһынан “ТСНРУ” йәмғиәте әҙерләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтан “С.П.Бург и партнеры” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Уларҙан күренеүенсә, монумент әле авария хәлендә һәм ентекле реставрациялауға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтары айырмалыҡтары бар, һөҙөмтәлә металл ярыҡтары һәм коррозия барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә сатнаған плиталар, ашалған фрагменттар, ярыҡтар күренә һәм башҡалар.
Шулай итеп, аттағы һыбайлы скульптураһы ғына түгел, һәйкәл торған пьедестал да ремонтҡа мохтаж. Ремонт эшен һуҙыу һәйкәлдең емерелеп төшөү хәүефен арттыра.
Нимәләр эшләнәсәк?
Һәйкәлдә ҡайһы бер элементтарҙы тергеҙеү ҡаралған, был уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2005 йылда зәңгәр төҫкә үҙгәртелгән тарихи ҡара-һоро төҫтө кире ҡайтарыу планлаштырыла. Авария хәлендәге эске металл алмаштырыласаҡ. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер иш булған шымартылған ҡара гранит блоктар менән йөҙләнә. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм габариттарын тергеҙеүҙе һәм уны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Алырға ярамай ҡалдырырға
Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алыу һәм махсус әҙерләнгән бинала реставрациялау тураһында һүҙ алып бара.
--Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышҡы йөҙө - 60 өлөштән ашыу. Уның эсендә швеллерҙарҙан һәм икетаврҙан торған терәк каркас урынлашҡан. Экспертиза һәйкәлдең эске төп каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуның менән бәйле һәйкәлде һүтергә һәм эске төп каркасҡа инеү мөмкинлеген алырға кәрәк. Һәйкәлде постаменттан төшөрмәйенсә быны эшләү мөмкин түгел, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов.-Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Тап бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел.
Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу һәм уны алмайынса ремонтлау бик хәүефле эш. Бынан тыш, һәйкәл торған урынды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла. Скульптураны алмайынса бер нисек тә килеп сыҡмай. Ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусылар һәйкәлде алыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Шулай ҙа һәйкәлде ошо юҫыҡта реставрациялау тураһында һүҙ барғанда Башҡортостан халҡында ни өсөн Волгоградта Мамай ҡурғанындағы “Ватан-әсә саҡыра” скульптураһын урында ремонтланылар, ә башҡорт геройын цехта эшләргә кәрәк, тигән һорауҙар тыуа.
--Волгоград скульптураһын ремонтлау күбеһенсә тышҡы яҡтан ғына башҡарылды. Бынан тыш, скульптураның нәҡ хәҙер торған урынында бетондан ҡойолған булыуы ла һәйкәлде алыуға ҡамасауланы. Был айырым осраҡ,--тип һөйләне билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композициялар авторы Салауат Щербаков. Уның әйтеүенсә, Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялауҙың өҫтөнлөктәре күп.
--Оҫтаханала һәйкәлде барлыҡ художестволы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, тулыһынса тергеҙеү мөмкинлеге бар. Урамда быны эшләү мөмкин түгел, һауа торошо тәьҫир итә, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа бар. Бынан тыш, постаментты һәм ҡурғанды ремонтлау кәрәклеге тураһында мәсьәлә көнүҙәк булып тора,--ти ул.
Һәйкәлдәрҙе демонтажлау—киң таралған практика
Күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрациялау ваҡытында урынынан алынған. Мәҫәлән, “Рабочий и колхозница” скульптураһын 2004 йылда ремонтҡа алып китәләр, сөнки ул ярым емерек тимер өйөмө булып ҡала. Тимер шул тиклем тәрән тутыҡҡан була, шуға күрә уны 40 өлөшкә бүлеп, һәр береһен айырым тергеҙәләр. Реставрациялауҙан һуң, Мәскәүҙең иң төп символдарының береһе яңы постаментта үҙ урынына кире ҡайтарыла. Ҡыҙыл майҙандағы Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Подарский һәйкәле лә шул уҡ юлды үтә. Боронғо скульптура халыҡ аҡсаһына төҙөлә һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында ла дауам итә. 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуковтың һәйкәле лә ошо уҡ юл менән ремонтлана. Бындай миҫалдар илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла, сит илдә лә бар. Мәҫәлән, 2017 йылда Лондонда Елизавета Башняһын (Биг Бен булараҡ билдәле) урынынан алып реставрациялайҙар. Ремонт эше 5 йыл дауам итә.
Салауат Юлаев һәйкәлен урынына ҡуйырға “онотоу” мөмкин түгел
Һәйкәлде урынынан алып, аҙаҡ кире ҡуйырға онотоу тураһындағы хәбәрҙәр нигеҙһеҙ. Бында хафаланырға урын юҡ. Монументты тергеҙеү эштәре Өфө ҡалаһында башҡарыласаҡ, бының өсөн бөтә шарттар бар. Салауат Юлаевҡа һәйкәл – республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символы. Күп кенә рәсәйлеләр өсөн Башҡортостан ошо һәйкәл һәм Салауат Юлаев исеме менән билдәле. Республикала күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауыл, район, ҡалалар милли геройыбыҙ исемен йөрөтә. Украина, Эстония, Ҡаҙағстанда Салауат Юлаев исемендәге урамдар бар. Бөтә илгә билдәле хоккей клубы ошо исемде данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылды. Башҡортостанда йыл да Салауат Юлаев көндәре үтә һәм уның сиктәрендә Салауат йыйыны республика фольклор байрамы ойошторола. Быйыл Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплекс асылды. Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн батыр һәм уның тураһында хәтер генә мөһим роль уйнамай. Республиканың рәсми гербында ҡояш ҡалҡыу фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәте төшөрөлгән. Бөтә был символ һәм объекттар Башҡортостан өсөн Салауат Юлаевтың әһәмиәте тураһында даими хәтер булып хеҙмәт итә.
Хатта бөгөнгө геройҙар ҙа Салауат Юлаев менән бәйләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтырыбыҙ милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге айырым әһәмиәттәге ике башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Улар Донбасс һәм Курск өлкәһендә хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халыҡ геройы Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов кеүек геройҙар исеменә инде. 1941 йылда “Салауат Юлаев” фильмы совет экранына сыҡты.
Башҡортостандың милли геройы образы немец-илбаҫарҙары менән көрәштә лә әүҙем ҡулланыла. 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл армияла бронепоезд һәм артиллерия полкы милли герой исемен йөрөтә. Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов личный состав алдында телмәр тотҡанда “Салауат тоҡомо артҡа сигенә белмәй” тигән һүҙҙе йыш ҡуллана.
Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекле һаҡлауға булышлыҡ итеүҙә киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға мөмкин. Ул монументты элекке хәленә һәм тарихи статусына ҡайтарырға һәм республика символы булараҡ ролен билдәләргә ярҙам итәсәк.
Материал “Республика Башкортостан” Нәшриәт йорто Башҡортостан Республикаһы дәүләт-унитар предприятиеһы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.
**
Минең фекер:
Миңлеғәле Бохарбаев, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте ветераны:
--Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы бөтә республика өсөн әһәмиәтле. Хәҙерге ваҡытта монумент иҫкергән, коррозия “ашай”, нигеҙе лә ышаныслы түгел. Әлбиттә, уға капиталь ремонт кәрәк. Минең фекеремсә, 50 йылдан ашыу торған һәйкәлде урында ғына реставрациялап булмай. Бынан тыш, ул тау башында, хәүефле урында тора. Элек ул суйындан ҡойолған булһа, хәҙер иһә заманса технологиялар менән баҡырҙан эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Баҡырҙан ул мәңгелек буласаҡ, ә ҡорос иһә йылдар шауҡымына бирешә. Ҡайһы кешеләр милли геройыбыҙ һәйкәле “юғалыр”, кире урынына ҡайтарырға “онотор”ҙар тип хафалана. Минең уйлауымса, ундай хәүеф юҡ. Хәҙерге заманда тарихи мираҫ юғалмай, бигерәк тә Салауат Юлаев һәйкәле иң әһәмиәтлеһе тип һанала.
**
Гөлкәй Сынғыҙова, “Бөркөт” кинозалы хеҙмәткәре:
--Хәйбулла яғынан баш ҡалаға килгәндә милли геройыбыҙ һәйкәле әллә ҡайҙан күренеп, сәләмләп ҡаршы ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш тиҫтәнән ашыу йылдар үҙенекен иткән. Милли геройыбыҙ һәйкәленең дә таушалғаны ныҡ һиҙелә, уны реставрациялау эштәре талап ителә. Был мотлаҡ кәрәк тигән фекерҙәмен һәм толпар атына атланған милли геройыбыҙ яңы ҡиәфәтендә ҡайтанан үҙ урынына баҫыр, тип ышанам.
Тағы ла был иҫтәлекле урында халыҡ күп була. Студент саҡтарҙа С.Юлаев һәйкәле йәштәрҙең ин яратҡан осрашыу урыны булды. Барлыҡ байрамдар, ритайымдар шунда үтте. Киләсәктә лә ул республиканың йөҙөк ҡашы булып ҡалһын ине.