Бөгөн алтынсы саҡырылыш Хәйбулла районы муниципаль районы Советының II ултырышында контракт буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына кандидатура тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Совет эшендә Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов, муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығының урындағы үҙидаралыҡ органдары менән эшләү буйынса бүлектең баш Советнигы Иршат Бикбулатов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, старосталар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре, район ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс уҙғарыу буйынса ике кандидатура ҡаралды һәм Совет ултырышында депутаттар асыҡ тауыш биреү юлы менән берҙәм рәүештә Рөстәм Шәриповты һайланы. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Мансур улы йыйылыусыларҙы район өсөн мөһим ваҡиға менән ҡотлап, райондың Рөстәм Динислам улы етәкселегендә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләне.
Рөстәм Шәрипов үҙ телмәрендә райондың сәскә атыуы һәм халҡының именлеге өсөн бөтә көсөн, белемен һәм тырышлығын һаласағын белдерҙе.
--Миңә ышаныс белдергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Алда беҙҙе күп һәм ныҡышмалы эштәр көтә. Артабан да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу эшен дауам итәсәкбеҙ”,--тине ул.
Рөстәм Динислам улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм районыбыҙ мәнфәғәтенә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.