Йәнә бер ҙур приз!
Сиҙәм ауылынан Нәзир Ярҡынбаев “Рәхмәт” акцияһы буйынса телевизорлы булды
Алдан гәзит битендә хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығын һайлау көндәрендә “Рәхмәт-2024” акцияһы буйынса Хәйбулла районынан өс кешегә бәхет йылмайҙы. Улар бөтәһе лә ҙур телевизорлы булды. Яҡташыбыҙ Нәзир Ярҡынбаев та ошо даланлылар иҫәбендә.
Нәзир Мәһәҙи улы менән беҙ телефон аша аралаштыҡ. Ул әле генә Өфө ҡалаһында акцияны ойоштороусылар тарафынан тантаналы шарттарҙа телевизорын ҡабул итеп алған ине.
--Һайлауҙарҙан ситтә ҡалғаным юҡ, һәр ваҡыт гражданлыҡ бурысымды үтәйем. Был юлы һайлау участкаһынан сыҡҡанда, “Рәхмәт” акцияһының QR билеттарын алғас, уларҙы махсус сайтта теркәнем дә, шунда уҡ оноттом. Сөнки бөтә республика буйынса бүләктәр уйнатҡанда миңә ҙур бүләк сығыр тип өмөтләнмәнем. Бүләктәр уйнатыу буйынса тура эфир барышын да ҡараманым. Быға тиклем бер ҡасан да бүләк отҡаным юҡ ине. Ошо акцияны ойоштороусыларға рәхмәт,--тине ул.
Нәзир Ярҡынбаевтан телевизор-бүләк тураһында ла һораштыҡ. “Миңә ҙур телевизор оттоң тигәйнеләр, ысынлап та шулай булып сыҡты! Өйөмдә уға урын табыла. Һәйбәт приз, имен-һау файҙаланырға насип итһен”,--тине бәхетле яҡташыбыҙ.