Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
25 Сентябрь , 10:09

Рәсәй Геройы Хәйбулланан!

Яҡташыбыҙ Никита Петровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Оло награданы Хәйбулла егетенә Рәсәй Оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы.

Рәсәй Геройы Хәйбулланан!
Рәсәй Геройы Хәйбулланан!

Яҡташыбыҙ Никита Петровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Оло награданы Хәйбулла егетенә Рәсәй Оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы.

Ҡаһарман офицер

2023 йылдың  июнендә  лейтенант Никита Петровтың гвардия десант-штурм полкының парашют-десант взводы Луганск Халыҡ Республикаһында бер ниндәй юғалтыуһыҙ дошмандың  терәк пунктын баҫып ала, 17 хәрбиһен юҡ итә.  Хәйбулла егетенең ҡыйыулығына, тәүәкәллегенә һәм  уйлап эш итеүенә бәйле, мөһим развед мәғлүмәт табыла һәм  был уңышлы һөжүм итеүгә юл аса.

2023 йылдың авгусында  Никита  разведка өсөн тәғәйенләнгән  квадрокоптер аша дошмандың  ике диверсия-разведка отряды хәрәкәт итеүен күрә. Уларға засада ҡороп,  9 неонацист юҡ ителә, икәүһе әсиргә алына.  Штурм төркөмө батырлығы менән  2 пикап, 20-нән ашыу хәрби  юҡ ителә, икәүһен әсиргә алалар, ҡалғандары ҡасып китә ала. Ошо бәрелештә генә  йәш офицер  Украина хәрби көстәренең 6 һалдатын шәхсән юҡ итә. Ул етәкләгән хәрбиҙәрҙең тәүәкәллеге ошо тәғәйен һуғышта хәл иткес роль уйнай.

2023 йылдың август-октябрь айҙарында  уның взводы  дошман атакаһын ҡаға һәм улары күп юғалтыуҙарға дусар була. Лейтенанттың  оҫта командалыҡ итеүенә бәйле, артеллерия уты менән  Украина ҡораллы көстәренең 3 танкы, 4 хәрби  машиналары, 50-нән ашыу һалдаты юҡ ителә.  Ҙур юғалтыуҙар менән  дошман был йүнәлештә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, сигенергә мәжбүр була.

Рәсәй Геройы ябай ғаиләлә үҫә

Никита  Яңы Петровка ауылынан. Уның  ғаиләһендә тағы ла  ағаһы һәм һеңлеһе бар. Башланғыс класты Яңы Петровка мәктәбендә ала.  Һәм артабан уҡыуҙы Өфө ауылы мәктәбендә дауам итә. 9-сы класты тамамлағас,   И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына уҡырға инә. 2-се курстан һуң Нефтекама ҡалаһында  ауылдашы, фермер Фәһим Низамовҡа эшкә урынлаша. Шунда тағы ла бер ауылдашы  Владимир Матвеев менән йылҡы көтәләр. Тиҙҙән Никита әрме сафына саҡырыла. Ул Псковта  һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырғас та, Ватанды һаҡлауға тоғро ҡалып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән  алғы һыҙыҡта һәм  хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.  Ике тапҡыр яралана,  хәрби госпиталдә дауалана.

Әсә йөрәге

Геройҙың әсәһе, Таисия Михайловна, өс балаһын, ике улы һәм ҡыҙын, яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра.

--Никита улым  илгә тоғролоҡ һәм намыҫ ҡушыуы буйынса  контракт  буйынса үҙ хәрби часында хеҙмәт итергә ҡалды. Уның СВО зонаһында булыуын белгәс, бөтә әсәләр кеүек,  борсолдом.  Улымдың юғары награда менән бүләкләнеүен белгес,  уның өсөн ҡурҡыуымдан иланым, шул уҡ ваҡытта ғорурландым. Район етәкселегенән,  шәхсән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтан,  туғандар, ауылдаштарҙан  бихисап ҡотлауҙар алдым.

Никитаның сираттағы отпускыға ҡайтыуын һәр ваҡыт ҡыуанып  ҡаршы алам. Ҡыҫҡа ғына ялында ла ул буш ултырмай,  ағаһына, һеңлеһенә ярҙам итә, хатта урындағы фермерға трактор ремонтлашты.  Кемдәрҙең улы, ире махсус хәрби операция зонаһында, уларға сабырлыҡ, ышаныс, өмөт теләйем, Ҡәҙерлеләрегеҙ иҫән-һау һеҙҙең янығыҙға әйләнеп ҡайтһын,--тине Таисия Петрова.

Мәрйәм Иманғолова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: