Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Сентябрь , 10:57

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башланы

-

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башланы
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башланы

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың дәүләт телдәрендә ант бирҙе.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен башҡарғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республиканың әлеге етәксеһе 80,21% тауыш йыйҙы. Уның өсөн 1,724 миллиондан ашыу һайлаусы тауыш бирҙе. Һайлауға килеү күрһәткесе 72,34% тәшкил итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-12/radiy-habirov-vstupil-v-dolzhnost-glavy-bashkirii-3926182

Автор:Роман Якимчук
Автор:
Читайте нас: