Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Сентябрь , 10:21

Башҡортостанда һайлауҙа Радий Хәбиров еңде

-

Башҡортостанда һайлауҙа Радий Хәбиров еңде
Башҡортостанда һайлауҙа Радий Хәбиров еңде

Республиканың әлеге етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 80,21% тауыш йыя. Республикабыҙ һайлаусыларының 1,724 миллиондан ашыуы Радий Хәбиров өсөн тауыш биргән, тиелә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәрендә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына башҡа кандидаттарға килгәндә, Артур Шәйнуров («КПРФ») — 6,95%, Иван Сухарев («ЛДПР»)  — 4,98%, Владимир Нагорный («Ғәҙел Рәсәй») — 4,26%, Илшат Тимерйәнов («Яңы кешеләр») 2,60% тауыш йыя.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 69,18 проценты тауыш биргән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-09/radiy-habirov-pobedil-na-vyborah-v-bashkirii-3921150

Фото:Олег Яровиков

Автор:
Читайте нас: