Һайлау участкаларының барыһы ла киске 8-ҙә ябылды. 6,7,8 сентябрҙә бөтә һайлау участкалары штат режимында эшләне һәм һайлауҙар тыныс, эшлекле шарттарҙа үтте. Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәтенә ярашлы, районда 18.00 сәғәттә һайлаусыларҙың әүҙемлеге 72,73 процент тәшкил итте.
Хәйбулла районы буйынса Башҡортостан Башлығын һайлауҙар һәм муниципаль район Советы депутаттарын һайлау һөҙөмтәһе 9 сентябрҙә билдәле була.
Өс көн буйы республикала “Рәхмәт” акцияһы әүҙем эшләне. Көнөнә икешәр тапҡыр бүләктәр уйнатылды. Приздар араһында квадроциклдар, мотоциклдар, офис, көнкүреш техникалары, телевизорҙар, робот саң һурҙырғыстар, аҡыллы колонкалар бар ине. Бөгөн киске 9-ҙа “Приздар төнө” старт ала – унда супер-приздар уйнатыла!