“Үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек”,-ти Юлдашбаевтар
Аҡъяр ауылынан Зөфәр һәм Илсиә Юлдашбаевтар бер һайлауҙан да ситтә ҡалмай. Бөгөн дә улар икәүләп 2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһында тауыш бирҙеләр.
-- Тәү сиратта ерҙә тыныслыҡ булһын, тип теләйбеҙ. Егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтып, яҡындарын ҡыуандырһын ине. Республика Башлығын һайлағанда, өйҙә ултырып ҡалып булмай. Башҡортостанда тотороҡлолоҡ, иҡтисади үҫеш, йәштәр өсөн яҡты киләсәк тип, оло быуын хәстәрлек үҙәгендә булһын өсөн лайыҡлы кандидатҡа тауышыбыҙҙы бирҙек,--тине Юлдашбаевтар.
Юлдашбаевтар икеһе лә хаҡлы ялда. Икеһе лә район үҫеше өсөн тос өлөш индергән хөрмәтле ветерандар. Зөфәр ағай юл тармағында, ә Илсиәр апай иһә оҙаҡ йылдар төҙөлөш тармағында эшләгән.