Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
7 Сентябрь , 10:43

Икенсе көн һайлауҙар бара

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһында  7 сентябрҙә иртәнән әүҙемлек күҙәтелә

Икенсе көн һайлауҙар бара
Икенсе көн һайлауҙар бара

Хәйбуллалар Башҡортостан Башлығын һайлауға  яуаплы ҡарай.

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһында  7 сентябрҙә иртәнән әүҙемлек күҙәтелә.

--Беҙҙең һайлау участкаһында  икенсе көн һайлауҙар ҙа тыныс һәм эшлекле шарттарҙа бара. Кисәге көн беҙҙең участаға ҡараған һайлаусыларҙың  27 процент самаһы тауыш бирҙе. Ә бөгөн шәмбе ял көнө булыу сәбәплелер,  иртәнге 8.00 сәғәттә участка ишеге асылғандан алып иртәнге 10-00 сәғәткә тиклем 30 процент тауыш биреүселәр теркәлде.

 СВО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан  егеттәр ҙә  республика яҙмышына битараф булмауҙарын белдереп, гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Бөгөн  иң беренсе булып 83 йәшлек Флүрә Дәүләтбаева  тауыш бирҙе. Кисә 15 кеше өйҙән тауыш бирҙе, бөгөн дә  һайлау участкаһы ағзалары  өйҙә тауыш биргәндәр янына барасаҡ,--тине 3204-се һайлау участкаһы рәйесе Илшат Ҡаҙаҡҡолов.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: