“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина журналистар менән осрашты. Ул махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан йәки яраланыу буйынса дауаланыуҙа булған яугирҙәр Башҡоростан Башлығын һайлауҙа ҡатнаша, улар ғаиләләре менән һайлау участкаларына бара һәм гражданлыҡ бурысын үтәй, тип белдерҙе.
– "Башҡортостан” республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре – барыбыҙ ҙа 6 сентябрҙә иртән һайлауға барҙыҡ. Шулай уҡ ветерандарҙың, уларҙың яҡындарының, ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙең дә һайлау участкаларына барыуын ойошторҙоҡ. Һаулығы йә башҡа сәбәптәр менән килә алмағандар өйҙә тауыш бирә, урындағы комиссиялар менән берлектә эшләйбеҙ, – тине Гөлнур Ҡолһарина.
Республикала йәшәгән хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән ветерандарға социаль координаторҙар оҙатыуында күсмә урналар менән һайлау комиссияһы ағзалары килә, тип һөйләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
– Мәскәүҙә лә Башҡортостан халҡы өсөн тауыш биреү ойошторолған. Хәҙер баш ҡала госпиталдәрендә яралы яугирҙәр дауалана һәм уларға ғаиләләре килә. Улар Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә килеп, үҙ тауышын бирә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканан ситтә булған бөтә госпиталдәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, иртән һайлау участкаларына хәрбиҙәрҙең килеүен күрәбеҙ. Яугирҙәр ата-әсәләре, ҡатындары, балалары менән килә, – тине ул.
Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.