Кемдәр өлгөрмәгән, иртәгә килегеҙ!
Бөгөн, 6 сентябрҙә, 20.00 сәғәттә республиканың һайлау участкалары ябылды. Ул һөҙөмтәле булды - күптәр тауыш биреп өлгөрҙө. Кемдәр һайлауҙа ҡатнашып өлгөрмәгән, борсолмағыҙ, тағы ла ике көн бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә.