Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Сентябрь , 09:20

Беҙ Бабичтар! Беҙ күршеләр!

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се  һайлау участкаһында бер урам кешеләре әүҙемлек күрһәтте

Беҙ Бабичтар! Беҙ күршеләр!
Беҙ Бабичтар! Беҙ күршеләр!

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһы ишектәре асылыуға 15 минут  ваҡыт ҡалыуға  тиҫәтәләгән кеше сиратта тора ине.

“Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аҡъяр ауылының Ш.Бабич урамында йәшәүселәр! Етмәһә, барыбыҙ ҙа күршеләр”,--тине улар.

--Бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ.  Һәр ваҡыт һайлау участкаһына иң беренселәрҙән булып килеп,  иң тәүгеләр рәтендә тауыш бирәбеҙ.  Беҙ республикабыҙ яҙмышына битараф түгелбеҙ.  Республика Башлығын һайлауға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Әлбиттә, сәйәси һәм иҡтисади яҡтан яҡшы үҙгәрештәр,  ер йөҙөндә тыныс тормош, балаларыбыҙҙың, Башҡортостандың яҡты киләсәге өсөн лайыҡлы тип таныған кандидатты һайланыҡ, --тине Ш.Бабич урамында йәшәгән күршеләр Альбина Баҡтыбаева һәм Ляля  Ишемова.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: