Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Сентябрь , 11:50

Аҡъярҙан Алик Юзеев өс һуғыш утын кисергән яугир

Алик Сәғит улы  яҙмышына шулай тура килгәндер, ул  Афғанстан,  Таджикистан һәм һуңғыһы, махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Аҡъярҙан Алик Юзеев өс һуғыш утын кисергән яугир
Аҡъярҙан Алик Юзеев өс һуғыш утын кисергән яугир

Баҡал ауылында тыуып үҫкән Алик Юзеев яҙмышына шулай тура килгәндер, ул  Афғанстан,  Таджикистан һәм һуңғыһы, махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Алик Сәғит улы мәктәптән һуң,  Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Артабан дипломлы йәш белгес Хәйбулла районына ҡайтып, һалдат шинеле кейгәнгә тиклем  “Таналыҡ” совхозында спорт буйынса методист булып эшләй. Комсомол юлланмаһы буйынса сик буйы ғәскәрҙәренә эләгә. Карпат аръяғы  өлкәһендә сик буйы заставаһында хеҙмәт итә. Ике йыл  хеҙмәте осоронда  дәүләт сиген боҙған дүрт кешене тота. 1984 йылда әрменән ҡайтҡан егет йәнә йөрәк һәм намыҫ ҡушыуы буйынса ил һағына юллана.

Был юлы яҙмыш уны утлы Афғанстанға ташлай. Алик Юзеев Львов өлкәһендә прапорщиктар мәктәбен тамамлай һәм  старшина  званиеһында Мукачевск погранзаставаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Артабан инде улар Афғанстандағы хәрби операцияларҙа ҡатнаша.

-- 1988 йылдың 8 февралендә Афғанстан территорияһынан  совет-афған сигендәге Үзбәкстандың Термез ҡалаһына сыҡтыҡ. 15 февралдә инде унан совет ғәскәрҙәрен сығарыу рәсми рәүештә тамамланды.  Термез ҡалаһы янында палаткаларҙа йәшәнек. Аҙаҡ ҡына юлда осраҡлы  осрашҡас,   янымда ғына  ауылдашым Илгиз Мәмбәтовтың хеҙмәт итеүен белдем,--ти Алик Юзеев.

Алик Сәғит улы Афғанстандан һуң,  контракт буйынса хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1992 йылда  Таджикистан территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. “Ҡурған Тюбе ҡалаһы хәтеремдән юйылмай. Рус халҡын Пянджа ҡалаһына сығарҙыҡ. Ундағы мәхшәрҙе мин афғанстанда ла күрмәгәйнем”,--ти ул.

Хәрби контракты тамамланған уҙаман тыуған яҡтарына ҡайта.  Районда  БР Эске эштәр министрлығы органында эшләй, аҙаҡ эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә шөғөлләнә.  Оҙаҡ йылдар Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын алып бара. Хаҡлы ялға сыҡҡас,  “Аквасервис” предприятиеһы директоры булып эшләй.

Махсус хәрби операция башланғас, бының нимә икәнен яҡшы аңлаған Алик Сәғит улы тыныс ҡала алмай.

--Шундай кешемен инде, Ватаныбыҙға хәүеф янағанда бер нисек тә ситтә ҡала алмайым. 2022 йылда СВО башланғас та ҡулыма ҡорал алырға теләнем, тик оло йәштә булыуым ҡамасауланы. Ә инде  контракт төҙөргә теләгән хәрбиҙәрҙең йәшен 60-65 күтәреү тураһында указ сыҡҡас, ике уйлап торманым.  Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби килешеү төҙөп,  Даян Мортазин исемендәге батальон составында махсус хәрби операцияға юлландым. Позывнойым –“Аҡъяр” булды. “Ооо, һин бит ағай Аҡъярҙан” тип таныусылар булды.  Минең менән “Хәйбулла” позывнойлы яҡташым Йәүҙәт Вәлиев хеҙмәт итте. Бүребай, Маҡан, Садовый, Ғәлиәхмәт, Ивановка, Татыр-Үҙәктән егеттәр бергә булдыҡ. Райондан китлгән гуманитар ылауҙы ҡаршылағанда “Расл” позывнойлы ауылдашымды күреп, ҡыуанғаныбыҙ хәтерҙә. Афғанстан менән сағыштырғанда  әле барған хәрби операция заманса компьютер һуғышы тиер инем,--ти яугир.

Әлеге ваҡытта Алик Сәғит улы өсөн хәрби тормош тамамланған. Ул инде үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. “Йыш ҡына мәктәптәргә, музейға, Аҡъяр ауылының балалар ижады йортона саҡыралар. Әүҙем тормошта йәшәйем.  Бергә булған яуҙаштарым, хеҙмәттәштәрем, ветерандар менән даими бәйләнештәмен”,--ти ул.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: