Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Июль , 18:30

Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала

Бөгөн эш сәфәре менән беҙҙең районға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм депутаттар килде.

Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала

Бөгөн эш сәфәре менән беҙҙең районға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм депутаттар килде.

Рәсми делегация иң башта 1-се Аҡъяр урта мәктәбен ҡараны. Мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов һәм мәктәп директоры Юнир Солтанов һөйләүенсә, мәктәп бинаһы 1962 йылда төҙөлгән һәм ул күптән капиталь ремонтҡа мохтаж. Әлеге ваҡытта йәйге каникулдар ваҡытында бары тик ағымдағы планлы ремонт үткәрелә стеналарҙы аҡлау, кабинеттарҙа, коридорҙарҙа иҙәндәрҙе буяу. Шулай уҡ мәктәптең төп проблемаларының береһе – үҙ аҙыҡ блогының булмауы. Уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу өсөн мәктәп Аҡъяр тау колледжынан бинаны ҡуртымға ала. Был балалар өсөн, бигерәк тә ҡышҡы ваҡытта, ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: аҙыҡ-түлек блогын төҙөү һәм проектлау байтаҡ аҡса талап итә.

Осрашыу барышында делегация кабинеттарҙы, ихата майҙансығын, ҡуртымға алынған аҙыҡ-түлек блогын ҡараны. Мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау һәм мәктәпте «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» федераль программаһына индереүгә булышлыҡ итеү, шулай уҡ аш бүлмәһе менән аҙыҡ-түлек блогы өсөн модуль төкәтмә төҙөү буйынса мәсьәләләр күтәрелде. Был программа буйынса Хәйбулла районында Өфө һәм Маҡан ауылдары мәктәптәре бинаһына капиталь ремонт үткәрелгән дә инде. Был мәктәп бинаһын капиталь ремонтлауға, райондың мәғариф Идаралығы начальнигы нияз Рысҡолов һүҙҙәренсә, бер нисә тапҡыр ғариза бирелгән, әммә бер программа буйынса ыңғай яуап булмаған. Константин Толкачев билдәләүенсә, был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тейешле ведомстволар менән берлектә ярҙам күрһәтеләсәк һәм ҡараласаҡ.

Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала
Республика парламенты рәйесе – Хәйбуллала

Киләһе объектта – Баймаҡ юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығының Хәйбулла участкаһының базаһында Константин Борисович етәкселегендәге делегация ойошманың эшмәкәрлеге, юлдар төҙөү һәм ремонтлау, районда юл инфраструктураһының сифатын тәьмин итеү менән танышты. Участканың эшен яҡшыртыу һәм дөйөм алғанда юл хужалығының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең потенциаль юлдарын тикшерҙеләр. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, "Башкиравтодор" предприятиеһы менән бер рәттән Баймаҡ юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығының Хәйбулла участкаһы ҡатмарлы финанс хәлендә ҡалған һәм районда юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн район хакимиәтенә яғыулыҡ, техника өсөн запас частар етмәү проблемаларын хәл итергә тура килгән. Район биләмәһендә урынлашҡан тау-мәғдән предприятиелары ла техника менән ярҙам итә, юлдарҙы грейдерлауҙа, материалдар ташыуҙа, ә яҙын  яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтә.

Константин Толкачев ДРСУ етәкселегенән производство базаһының матди-техник торошо, техниканың нисек ремонтланыуы, эшсе кадрҙар менән тәьмин ителеүе, эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Участка начальнигы Тимур Әбделмәнов хәбәр итеүенсә, бөгөн предприятиела 15 берәмек йөк автомобиле бар, уларҙың алтауһы төҙөк хәлдә, ҡалғандары ремонтлана, ауыр техниканан – ике К-700 тракторы, уларҙың береһе төҙөк түгел. Шулай уҡ ике грейдер эшләй, өсөнсөһө ремонтлана. Асфальт түшәүсе лә әлегә эш хәлендә түгел.

–Техниканы үҙ көсөбөҙ менән ремонтлайбыҙ. Иң ауыр проблема – эшсе ҡулдар – механизаторҙар, водителдәр етмәй. Әлеге ваҡытта штатта 30 кеше иҫәпләнә, тағы ла 20 хеҙмәткәр етмәй. Был, тәү сиратта, эш хаҡы кимәле, запас частар булмау сәбәпле, техниканың йыш ҡына сафтан сығыуына бәйле. Кешеләр райондың тау-мәғдән предприятиеларына эшкә китә, унда эш хаҡы ла, эш графигы ла уңайлы, – тине Баймаҡ юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығының Хәйбулла участкаһы начальнигы Тимур Әбүбәкер улы.

Рөстәм Шәрипов парламент депутаттарына Хәйбулла районының юлдарын тәртиптә тотоуҙы субсидиялау коэффициентын арттырыу мөмкинлеген ҡарау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев был проблеманы тикшереү өсөн тейешле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға хаттар менән мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.

Артабан ҡунаҡтар спорт объекттары, шул иҫәптән «Таналыҡ» бассейны, ГТО тапшырыу майҙансығы һәм спорт майҙансығы менән таныштылар. Сәфәр барышында спорт менән шөғөлләнеү, ярыштар һәм күнекмәләр үткәреү өсөн шарттарҙы камиллаштырыу темалары күтәрелде.

Һуңынанан республиканың закондар сығарыу власы спикеры район активы менән осрашыу үткәрҙе, унда юлдарҙы ремонтлау, һыу менән тәьмин итеү, тау-мәғдән предприятиелары эшмәкәрлеге, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге, мәғариф һәм мәҙәниәт мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыуҙа Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, социаль инфраструктураны үҫтереү өсөн хәйбуллалар милли проекттар, республика адреслы инвестиция программаһы һәм башҡа федераль һәм төбәк инструменттары мөмкинлектәрен әүҙем ҡуллана, тип билдәләне. Ошоноң арҡаһында дауаханалар, Фельдшер-Акушерлыҡ Пункттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт учреждениелары ремонтлана һәм йыһазландырыла, йәмәғәт һәм ихата биләмәләре төҙөкләндерелә. Парламент вице-спикеры Илшат Тажетдинов  Хәйбулла районының социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамының төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов райондың хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Ирекле диалог барышында Хәйбулла районы халҡы депутаттарға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә һәм яуаптар ала алды.  Осрашыуҙа видеоконференция-элемтә режимында республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар шулай уҡ хәйбуллаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сараға йомғаҡ яһап, Константин Толкачев, бөтә һорауҙар йомғаҡлау документына индереләсәк һәм профилле ведомстволарға тапшырыласаҡ, тип билдәләне.  Бөтә мәсьәләләр буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләнә, ә ҡайһы берҙәре буйынса киләһе аҙнала урындағы һәр объектта ҡарар ҡабул итеү өсөн республика власы органдары вәкилдәре килеүе көтөлә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: