Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Июль , 08:58

“Беҙҙең тыл ышаныслы”,--ти Хәйбулла яугирҙары

Район халҡы тарафынан уларға 20-ләп ылау оҙатылды, 15-ләп техника  йүнәлтелде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән интервьюны тулыһынса  һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

“Беҙҙең тыл ышаныслы”,--ти Хәйбулла яугирҙары
“Беҙҙең тыл ышаныслы”,--ти Хәйбулла яугирҙары

 

Авто һәм мототехника,  күсмә мунса, эш ҡоралдары, мейес-буржуйка,  автозапчастар, беспилотник, тепловизорҙар, дронға ҡаршы одеялдар,  маскировкалау селтәрҙәре,  медикаменттар... Барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Махсус хәрби операция башланғандан алып, Хәйбулла халҡы ҡул ҡаушырып ултырмай, еңеү һәм егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуы өсөн берҙәм эш башҡара. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов бер нисә  тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау оҙатып барҙы. Бөгөнгө яҙмабыҙ нәҡ ошо хаҡта.

--Рөстәм Динислам улы, СВО зонаһында булған саҡтарҙа нимәләр тураһында  уйландығыҙ? Ни тиһәң дә, был бик яуаплы миссия, юл да бик хәүефле...

--Әлбиттә,  йөктө тәғәйен урынға еткереп,  егеттәргә тапшырғансы көсөргәнешлек ташламай.  Сөнки водителдәр, оҙатып барған кешеләр, гуманитар йөк өсөн яуаплылыҡ ҙур. Ә инде Хәйбулла егеттәре менән осрашҡас, еңел тын алып ҡалаһың. Уны бер нисә һүҙ менән әйтеп тә булмай.  Бергәләп хәрби позицияларҙа ла булабыҙ. Егеттәргә афарин тиергә була, һәр береһе үҙен геройҙарса тота, кәйефтәре лә яҡшы.  Командирҙар ҙа  беҙҙең егеттәр тураһында тик яҡшы һүҙҙәр еткерә. Һәр ил һаҡсыһы—ысын герой. Бөгөнгө көндә  беҙҙең райондан 300-ләп егет хәрби бурысын үтәй. Беҙҙе һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы алып, күптән күрмәгән  туғанылай ҡосаҡлап алалар.  Ҡыуаныстары ниндәйҙер әйбер алып барғанға ғына түгел,  ә  яҡташыңды күреүҙән, тыуған яҡ һәм яҡындары сәләменән. Өйгә ҡайтып килгәндәй булдыҡ һеҙҙе күреп, тиҙәр. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк,  хәрби шарттарҙа ла улар ҡунаксыллыҡ күрһәтәләр, сәй тәҡдим итәләр. Ғөмүмән, беҙҙең һалдаттар нимәгәлер мохтаж  булыуын  әйтмәйҙәр,  бары тик милли аш-һыу, ғаиләләренән сәләмдәр уларға көс бирәлер, тип уйлайым. Июль аҙағында  тағы оҙон юлға, яугирҙар янына барырға  планлаштырам.

--Ниндәйҙер иҫтә ҡалған ваҡиғалар булдымы?

--Эйе, бер нисә ваҡиға хәтерҙә ҡалған.  Беренсе тапҡыр юлланғанда  бәйләнеш булманы, навигатор ҙа эшләмәй ине.  Аймылыш юл менән китергә лә була, белмәгән урында йүнәлеш табыу ҙа ҡатмарлы.  Бер ваҡыт үҙәкләштерелгән гуманитар ылауҙы  тәғәйен урынға еткереп, егеттәргә тапшырҙыҡ.  Артабан шул уҡ миссия менән  Луганск яғына яҡташтар хеҙмәт иткән яҡҡа юлландыҡ. Навигатор беҙҙе сираттағы тапҡыр “алданы”.  Ниндәйҙер урман һыҙаты буйлап барабыҙ, юл насар, тәрән соҡорҙарҙы урап үтәбеҙ.  Бара торғас, хәрби техникалар ҙа, кешеләр ҙә һирәгәйҙе. Шикләнеп, картаны асып ҡараһам,  ул ваҡытта көслө һуғыш барған ергә китеп барабыҙ икән. Йәһәт кенә боролдоҡ, 25-30 км ситкә киткәнбеҙ. Аҙаҡ дөрөҫ юлға сығып алдыҡ.

Икенсе тапҡыр, төндә билдәле бер нөктәгә сығырға кәрәк ине. Бензин бөттө, яғыулыҡ станциялары эшләмәй. Бер заправка янында граждандар кейемендәге ике ир кешенең тороуын күреп, туҡтаныҡ, хәлебеҙҙе аңлаттыҡ. Улар бер йөк машинаһынан ике күнәк яғыулыҡ бирҙеләр. Тәҡдим иткән аҡсаны ла алманылар. Шунда улар: “Нет, денег не надо. Пока русский брат не пришел, у нас житья не было. Сейчас мы хоть более менее себя уверенно чувствуем. Не в деньгах счастье”,--тине. Шунда урындағы халыҡтың беҙгә ҡарата ихтирамын һәм дуҫтарса  мөнәсәбәтен асыҡ тойҙом.

--Рөстәм Динислам улы, һеҙ  егеттәр хәрби күнекмә үткән урындарҙа ла йыш булдығыҙ,  аҙна һайын ялға ҡайтҡандар менән осрашаһығыҙ.

--Эйе, өлөшләтә мобилизация башланғас та,  уларҙың хәрби күнекмәләр үткән урындарында бихисап тапҡырҙар булдым.  Пенза, Тоцк, Ҡазан, Һамар ҡалаларында  яугирҙарыбыҙҙың хәрби шарттары менән таныштым. Гуманитар ярҙам алып барҙыҡ. Әле яңыраҡ Тоцкиға барып ҡайттым. Унда райондан 30-лап егет хәрби күнекмә үтә. Ә инде аҙнаһына бер йә ике тапҡыр ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡандар менән осрашыу инде матур традицияға әүерелде. Әйткәндәй, улар араһында  кадрлы офицерҙар ҙа, СВО-ға тиклем эш урындары,  ғаиләләре һәм  йыйған донъялары  булғандар ҙа күп. Егеттәр ниндәйҙер проблемалары булған өсөн түгел,  ә илһөйәрлек тойғолары менән Ватан алдында хәрби бурысын үтәй. Араларында батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән наградланғандар байтаҡ. Яугирҙар менән сикһеҙ ғорурланырға ғына була.

--Хәйбулла районы күрһәткән ярҙам бик тос.  Һәр ауылда  еңеү көнөн яҡынайтыуға ҙур көс һалалар.

--Хәйбулла районы  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса бик әүҙем эш алып бара.  Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, тәүге көндән волонтерлыҡ эше әүҙемләште. Бөгөнгө көндә беҙҙең районда төрлө урында берләшеп эшләгән өс ирекмәндәр төркөмө бар.  Һәр бер ауылда, һәр бер кеше тиерлек  ошо эштә әүҙем ҡатнаша.  Егеттәрҙән килгән заявкалар буйынса эшләйҙәр. Бөгөнгө көндә 15-тән артыҡ  техника СВО-ға  йүнәлтелде.  Улар араһында “УАЗ”, “Нива”, “Газель”, еңел машиналар, мотоцикл, квадроциклдар һәм башҡалар бар. Шулай итеп, үҙәкләштерелгән 20-ләп гуманитар ылау оҙаттыҡ.

Әйткәндәй:

Рөстәм Динислам улы әйтеүенсә,  гуманитар йөк йыйыуҙа  ирекмәндәр генә түгел,  һәр ауылдан олоһо-кесеһе,  эшҡыуарҙар,  ойошма-предприятиелар вәкилдәре һәм башҡалар ярҙам ҡулы һуҙа. Кемдер  аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар йыя, икенселәр маскировкалау селтәрҙәре үрә һәм кейемдәр теүәлләй,  бәғзеләр пиломатериалдар туплай, ҡорамалдар һәм оргтехника алырға ярҙам итә, ит быҡтыралар, изге фатихаларын теләп аят-доғалар бағышлайҙар. 70-80 йәшлек инәй-олатайҙар ситтә ҡалмай, нәски бәйләйҙәр, ҡорот эшләйҙәр, һалма киптерәләр, шифалы үләндәр йыялар. Балалар хаттар яҙа, рәсем төшөрә—ошондай изге теләктәргә һуғарылған сәләмдәр һәр яугирға ҡәҙерле.

Автор: Мәрйәм Иманғолова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: