Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Май , 16:51

“Геолог” менән осрашыу

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яугир менән  осрашты

“Геолог” менән осрашыу
“Геолог” менән осрашыу

Ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан яугирҙар Рөстәм Динислам улы  менән осрашырға ваҡыт таба. Был юлы сираттағы ҡунаҡ–махсус хәрби операция зонаһында  хәрби бурысын үтәгән  яугир “Геолог”.

“Бөгөн мобилизация сиктәрендә хәрби бурысын үтәгән “Геолог” позывнойлы егет менән осраштым. Ул хәрби хеҙмәте,  һалдаттарҙың кәйефе, еңеүгә ышанысы тураһында һөйләне.  Хәйбуллаларға ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ысынында Хәйбулла еренең илһөйәр улдар тәрбиәләп үҫтергәненә инанам. Һәр береһе менән ғорурланам һәм барығыҙҙың да имен һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! “,--тип яҙҙы  социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рөстәм Шәрипов.

Рустам Шарипов

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: