Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Май 2024, 11:20

Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябргә билдәләнде

-

Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябргә билдәләнде
Башҡортостан Башлығын һайлау 8 сентябргә билдәләнде

2024 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостанда республика Башлығын һайлау үткәрелә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты республика парламентының тейешле ҡарарын әҙерләгән.

Көнө Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһында кодексының 10-сы статьяһына ярашлы билдәләнгән. Һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелергә тейеш, тиелгән унда. Быйыл был дата 8 сентябргә тура килә.

Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республика башлығын һайлауҙы тәғәйенләү Дәүләт Йыйылышы ҡарамағында. Мәсьәләне парламенттың май аҙағындағы пленар ултырышының көн тәртибенә индереү планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Рәсәй президенты Владимир Путиндың Радий Хәбировты яңы срокка тәҡдим итеүҙе хуплауын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-15/vybory-glavy-bashkirii-namecheny-na-8-sentyabrya-tekuschego-goda-3767214

Автор:Роман Якимчук
Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Автор:
Читайте нас: