Хәйбулла яугиры муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашты.
Был турала Рөстәм Динислам улы Бәйләнештә социаль төркөмөндәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Мирон” өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 2022 йылдың октябренән махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Ул өсөнсөгә сираттағы отпускыһына ҡай тты. Өйҙә уны кәләше, улы һәм ҡыҙы ҡыуанып көтөп алды.
“Мирон” хәрби хеҙмәтенә күптән күнеккән. Хәрби тормошо тураһында ла ғәҙәти итеп кенә һөйләй. Ысын Ватан һаҡсыһы нәҡ шулай тыныс, илһөйәр, Еңеүгә, беҙҙең хаҡ эшкә ҙур ышаныслы булырға тейештер. Алда Хәйбулла яугирын яҡындары янында көтөп алынған ял көтә. Ә һуңынан тағы ла хеҙмәт көтә.