Хәйбулла районында “Герой ҡатыны Герой әсәһе” фотопроекты тормошҡа ашырыла. Унда махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фуат Байрамғоловтың әсәһе Фәтхиә Борхан ҡыҙы ҡатнаша. Һөйөклө улын юғалтыу менән Фәтхиә Байрамғолова өсөн һуғыш бөтмәне. Ул башҡа хәрбиҙәрҙе, башҡа әсәләрҙең улдарын хәстәрләп шәфҡәтлелек ярҙамы күрһәтә, гуманитар ылау йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Тыуған ил хәүефһеҙлеге өсөн һәләк булған Фуат Байрамғолов Баҡал ауылынан. Ул 1988-1990 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң, өйләнә һәм Ҡыҙылсай ауылында (Ҡаҙағстан) һәм Владимир өлкәһе Ковров ҡалаһында йәшәй. Ул 4 бала атаһы. 2022 йылдың декабрь айында махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә. Тыуған илебеҙ һағына баҫып, һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Ул 2023 йылдың 8 февралендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Яугир Фуат Байрамғолов Таштуғай ауылы зыяратында ерләнде.
Ә “Герой ҡатыны. Герой әсәһе” фотопроекты Рәсәйҙә 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Ә Башҡортостанда 2022 йылдың ноябрендә старт алды. Бөгөн республикабыҙҙың бөтә муниципалитеттары был проектҡа йәлеп ителгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың 2500-ҙән ашыу ҡатындары, әсәйҙәре, апай-һеңлеләре, балалары унда ҡатнашҡан. Һәр фотопроект—тарих, илгә тоғролоҡ, еңеүгә ышаныс.