Ир - егеттәр китә тағы яуға
Илде һаҡлау ирҙәр бурысы.
Сабырлыҡтар һорап күккә бағам
Ҡағылмаһын үлем һулышы.
Вәзәм ауылының йәнә бер аҫыл егете, Ғәзинур Альберт улы, донъя именлеге, тыныслыҡ, бәхетле киләсәк өсөн хәрби хеҙмәткә юлланды. Барлыҡ изге доғалар, матур теләктәр менән ауылдаштары оҙатып хәйерле юл теләне. Юл хәйерҙәре биреп, ҡайтҡас кире бир тип көмөш тәңкә, тыуған тупраҡ тапшырып, ҡайтыуын көтөп торһон өсөн һөт уртлатып, икмәк тешләтеп, матур өмөттәр менән борондан килгән йолалар башҡарылды.
Барыһының да бер теләк-- һуғыш бөтөп, илдә тыныслыҡ булһын. Теләктәр ҡабул булһын! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
#КультураХайбуллы #МалоарслангуловскийСК
#СвихНеБросаем