СӘЙӘСӘТ
20 Март 2024, 11:59

Кисә уҡытыусы, бөгөн СВО яугиры

Хәйбулланан “Мәмбәт” позывнойлы хәрби ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтты

Кисә уҡытыусы, бөгөн СВО яугирыКисә уҡытыусы, бөгөн СВО яугиры
Кисә уҡытыусы, бөгөн СВО яугиры

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан  яугир менән осрашты. Был турала ул Бәйләнештә социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Бөгөн ялға ҡайтҡан яугир-отпускник менән осраштым. “Мәмбәт” позывнойлы яугир  мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, ә бөгөн ул  махсус хәрби операция зонаһында  махсус тәғәйенләштәге бригада составында  взвод командиры  урынбаҫары. Хәйбулла егете менән хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, гуманитар ярҙамға мохтажлыҡ һәм башҡа темаларға һөйләштек.

“Мәмбәт”кә һәм барлыҡ яҡташтарға һаулыҡ, уңыштар, Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас