СӘЙӘСӘТ
19 Март 2024, 07:54

Иртәгә Радий Хәбиров менән ҙур интервью ҡарағыҙ

20 мартта 20.00 сәғәттә БСТ телеканалында Башҡортостан Башлығы эфирға сыға

Иртәгә Радий Хәбиров менән ҙур интервью ҡарағыҙИртәгә Радий Хәбиров менән ҙур интервью ҡарағыҙ
Иртәгә Радий Хәбиров менән ҙур интервью ҡарағыҙ

Журналист Дмитрий Каретко менән әңгәмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  үҙ тормошоноң иң ауыр этаптарын иҫкә ала һәм ағымдағы көн тәртибендәге төп мәсьәләләргә ҡағыла. Радий Фәрит улы Сибай карьеры, Ҡуштау шиханы тирәһендәге хәл,  коронавирус инфекцияһы пандемияһы кеүек резонанслы ваҡиғалар буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ.

Башҡортостан Башлығын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға нимә мәжбүр итә? Республика етәксеһенә популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү ни тиклем ауыр һәм  Радий Хәбировтың “Ҡырым яҙы”на ниндәй ҡатнашы бар?

20 мартта 20.00 сәғәттә БСТ-ла Башҡортостан Башлығы менән ҙур интервью ҡарағыҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас