СӘЙӘСӘТ
17 Марта 2024, 06:21

“Тыныс тормошта, именлектә йәшәргә насип булһын”, - ти Өфө ауылынан Кәиповтар.

-

“Тыныс тормошта, именлектә йәшәргә насип булһын”, - ти Өфө ауылынан Кәиповтар.“Тыныс тормошта, именлектә йәшәргә насип булһын”, - ти Өфө ауылынан Кәиповтар.
“Тыныс тормошта, именлектә йәшәргә насип булһын”, - ти Өфө ауылынан Кәиповтар.

Өфө ауылынан Марат һәм Лена Кәиповтар 29 йыл бергә ғүмер кисерә. 4 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ғаилә башлығы ветеран-уҡытыусы,  30 йыл балаларға белем биргән, әле ул  “Башзолото” йәмғиәтендә, ә хужабикә “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләй. Шулай уҡ Лена Хәсән ҡыҙы 12 йыл участка һайлау комиссияһы ағзаһы булып тора.

-Һайлауҙарҙан бер ҙә ҡалғаныбыҙ юҡ. Шуға күрә был юлы ла илебеҙ Президенты итеп күрергә теләгән кандидатҡа үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек. Киләсәктә илебеҙ бар яҡтан да алға китһен, тыныс тормошта, именлектә матур итеп йәшәргә насип булһын, - ти Кәиповтар.

 

Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ - бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас