СӘЙӘСӘТ
17 Март 2024, 05:40

Мөхәмәдйәровтар өйҙәрендә тауыш бирҙе

Түбәнге Смаҡ ауылынан хеҙмәт ветерандары Ханнан һәм Гөлбирә Мөхәмәдйәровтар 60 йыл бергә ғүмер кисерә.

Мөхәмәдйәровтар өйҙәрендә тауыш бирҙеМөхәмәдйәровтар өйҙәрендә тауыш бирҙе
Мөхәмәдйәровтар өйҙәрендә тауыш бирҙе

Түбәнге Смаҡ ауылынан Ханнан һәм Гөлбирә Мөхәмәдйәровтарҙың бергә йәшәүҙәренә күптән түгел  60 йыл тулған. Шулай уҡ ғаилә башлығы 14 мартта 85 йәшлек оло юбилейын билдәләгән.

Ханнан Нуретдин улы бәләкәйҙән хужалыҡта малсы булып эшләй башлай, һуңынан төрлө эштәрҙә: иретеп йәбештереүсе, клуб мөдире, кочегар, слесарь, тракторсы, комбайнсы була. Күп йылдар киномеханик булып эшләй. «Башҡорт АССР-ы  кинематография  отличнигы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән. Өфө ауылы мәсете имамы була. Гөлбирә Ғайназар ҡыҙы төҙөүсе булып эшләгән. Был матур пар 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. Әле уларҙың 15 ейән-ейәнсәре, 3 бүлә-бүләсәре бар.

3238-се Өфө ауылы һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары Мөхәмәдйәровтарҙың өйҙәренә барып һайлатты.

-Һайлауҙарҙа һәр саҡ ҡатнашабыҙ, быйыл тәүгә өйҙә  тауыш бирәбеҙ. Ил Президентын һайлауҙан именлек, муллыҡ, тыныс тормош көтәбеҙ, - ти Мөхәмәдйәровтар.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас