Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау 2024 йылдың 15, 16, 17 мартында Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһында үтә.
Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 16 мартта 20:00 сәғәткә ҡарата Хәйбулла районында 13960 һайлаусы (йәки бөтә һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 65,99 проценты) үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Һайлау участкаларында 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә.
Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.
Һайлауҙың һуңғы көнөндә - 17 мартта, райондың күп кенә ауылдарында Науруз, "Масленица" байрамдары, йәрминкәләр ойошторола.