СӘЙӘСӘТ
17 Март 2024, 09:23

Башҡортостанда һайлаусыларҙың 67% тауыш биргән

-

Башҡортостанда һайлаусыларҙың 67% тауыш биргәнБашҡортостанда һайлаусыларҙың 67% тауыш биргән
Башҡортостанда һайлаусыларҙың 67% тауыш биргән

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Рәсәй президентын һайлау буйынса махсус брифингта хәбәр итеүенсә, 17 мартта иртәнге сәғәт 10-ға республикала 1 миллион 972 мең кеше тауыш биргән.

Был һан республика һайлаусыларының 67% тиң.

«Һайлауҙың ике көнө лә штат режимында үтте», — тип билдәләне Ғәлимханов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15-16 мартта һайлау участкаларында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-17/na-vyborah-v-bashkirii-progolosovalo-67-izbirateley-3687481

Автор:Иван Вавилов.
Фото:Валерий Шахов
Автор:
Читайте нас