СӘЙӘСӘТ
16 Март 2024, 05:17

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

-

Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡанБашҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан
Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21% ҡатнашҡан

2024 йылдың 15 мартында көндөҙгө сәғәт өскә Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа халыҡтың 21,02% тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Балтас һәм Миәкә райондарында әлеге күрһәткес 40% күберәк, 10 муниципаль районда иһә 30 % ашыу тәшкил иткән. Бында һүҙ Әлшәй, Асҡын, Благовар, Йәрмәкәй, Ерәнсура, Илеш, Ҡыйғы, Стәрлебаш, Федоровка һәм Яңауыл райондары хаҡында бара.

«Өфөлә халыҡтың күбеһе Калинин (27,70%), Совет (20,51%) һәм Дим (20,18%) райондарында тауыш биргән», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-15/yavka-izbirateley-na-vybory-prezidenta-rf-v-bashkirii-prevysila-21-3684193

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Олег Яровиков
Автор:
Читайте нас