Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов Рәсәй президенты һайлауҙарында ҡатнашты. Хөрмәтле ветераныбыҙ әйтеүенсә, ул бер ваҡытта ла һайлауҙарҙы ҡалдырмаған. Был юлы Фәтхулла Әһлиулла улы ҙур теләк менән гражданлыҡ бурысын үҙ йортонда үтәне. "Йәштәр һайлауға йөрөһөндәр тип теләйем, сөнки киләсәгебеҙ өсөн тауыш бирәбеҙ. Илебеҙ тыныс торһон, беҙҙең быуын татыған ауырлыҡтар, ҙур һуғыштар бер ваҡытта ла ҡупмаһын. Әле лә Тыуған илебеҙгә ҡаршы булған дошман дәүләттәр күп, шуға йәштәргә Ватаныбыҙҙы ныҡлап һаҡлаһындар, ауырлыҡтарға бирешмәүҙәрен теләйем", - тине 100 йәшлек ветеран.
Әйтергә кәрәк, сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына килә алмаған граждандар өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙалана ала. Өйҙә тауыш биреү тураһында ғаризаны йәиһә телдән мөрәжәғәтте (шулай уҡ башҡа кешеләр аша үтенесте) үҙеңдең һайлау участка комиссияһына 17 март 14:00 сәғәткә тиклем бирергә мөмкин. Телдән мөрәжәғәт бирелгәндә һайлау комиссияһы ағзалары өйгә килгәс, ул яҙма ғариза менән раҫлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.