СӘЙӘСӘТ
15 Март 2024, 10:03

Республиканың һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башланды

-

Республиканың һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башландыРеспубликаның һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башланды
Республиканың һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башланды

Башҡортостанда һайлау участкаларында «Рәхмәт-2024» акцияһы башланды. Рәсәй президентын һайлауҙа беренсе булып тауыш биреүселәр ирекмәндәрҙән приздар уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн билеттар алды ла инде.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, отош 15 марттан 17-һенә тиклем үткәрелә. Бүләктәр исемлегендә смартфондар, ноутбуктар, кофемашиналар, электр самокаттары, сертификаттар һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр бар.

Акцияның суперприздары — Өфөлә фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм Башҡортостан шифаханаларында ял.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һайлау участкаһынан сыҡҡанда билет алырға, рәхмат102.рф сайтына һылтанма булған һигеҙ һанлы QR-кодты сканерларға һәм уны теркәргә кәрәк.

Бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыла. Еңеүселәр һәм отҡан приздар тураһында мәғлүмәтте акцияның сайтында табырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-15/v-bashkirii-v-izbiratelnyh-uchastkah-startovala-aktsiya-rahmat-2024-3682354

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.
Автор:
Читайте нас