"Һайлауҙа үҙ тауышыңды биреү - ул Ватандың киләсәге өсөн яуаплылыҡ. Граждан һәм патриот булараҡ, мин был мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡала алмайым. Был минең дөйөм Рәсәй һәм айырым алғанда Хәйбулла районы үҫешенә индергән шәхси өлөшөм. Шуға күрә ҡатыным менән бөгөн илебеҙҙең тотороҡло үҫеше өсөн тауыш бирҙек. Ҡәҙерле хәйбуллалар, һеҙҙе һайлауҙарға ҡатнашырға саҡырам! " - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.