“Платон” позывнойлы Хәйбулла егете Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы –“Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Был награда исеме үк әйтеүенсә, дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса хәрби заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә.
“Платон” Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем ауылда водитель булып эшләй. Былтыр йәй үҙ ирке менән СВО зонаһына йүнәлә. Яугирҙың хәрби тәжрибәһе бар, ул Төньяҡ Кавказда хәрби хеҙмәтен үтәй.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Еңеү менән ҡайт, Герой!