СӘЙӘСӘТ
20 Февраль 2024, 08:01

“Повестка килмәгәс, доброволец булып яҙылдым”,--ти “Альфа”

Тыуған ил хәүефһеҙлеген һаҡлап, беҙҙең быуынға ла ҡулға ҡорал алырға тура килде”,--тине “Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән Хәйбулла егете

“Повестка килмәгәс, доброволец булып яҙылдым”,--ти “Альфа”“Повестка килмәгәс, доброволец булып яҙылдым”,--ти “Альфа”
“Повестка килмәгәс, доброволец булып яҙылдым”,--ти “Альфа”

“Альфа” позывнойлы Татыр-Үҙәк ауылы егете 2023 йылдың июль айынан махсус хәрби операция зонаһында. Рядовой артеллирия дивизионында оператор-разведчик булып хеҙмәт итә.

“Тыуған ил хәүефһеҙлеген һәм тыныслығын һаҡлап, беҙҙең быуынға ла ҡулға ҡорал алырға тура килде”,--ти яугир.

Яҡташыбыҙ И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында белем ала. Ҡулына диплом алғас, әрме сафына саҡырыла. Ул Ленинград өлкәһендә  Рәсәй ҡораллы көстәренең һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә.

--Хәҙерге ваҡытта  Тыуған илемде һаҡлап, ҡулыма ҡорал алырға тура килер тигән уй бер ҡасан да булманы. Әммә махсус хәрби операция  сиктәрендә өлөшләтә мобилизация башланғас, тәүҙә повестка көттөм. Килмәгәс,  һис икеләнмәй доброволец булып яҙылдым. “Башҡортостан” полкына эләктем, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡтабыҙ. Башҡортостан егеттәре һынатмай. Бында  Хәйбулла районынан хәрбиҙәр күп. Хатта ауылдаштарым да бар,--тине яугир.

 Яҡташыбыҙ белдереүенсә, хәрбиҙәр бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисермәй. Ҡорал, хәрби комплекттар һәм башҡалар менән тәьмин ителгәндәр. Гуманитар ылау даими килә. Иң мөһиме, уларҙа хәрбиҙәр өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр ебәрелә. ”Хәйбулла районы халҡының, район хакимиәте башлығының ярҙамын тоябыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Ҡыҫҡа сроклы отпускы ваҡытында Рөстәм Динислам улы менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ”,--ти ул.

--Өйҙә мине  кәләшем көтә. Беҙ уның менән махсус хәрби операция зонаһына китер алдынан өйләнештек. Тағы ла  ағайҙарым, туғандарым һәм ҡайным менән ҡәйнәм һәр ваҡыт минең өсөн  борсолоп торалар.  Алғы һыҙыҡта улар менән йыш һөйләшеү мөмкин түгел, сөнки  бәйләнеш менән проблемалар килеп тыуа. Әммә хәҙер интернет аша даими аралаша башланыҡ,--тине яҡташ-яугир.

Егеттең илһөйәрлеге, батырлығы, тәүәкәллеге уның үҙ теләге менән СВО зонаһына ынтылышынан да асыҡ тойола.“Ни өсөн доброволец булып тиһегеҙме? Сөнки Ватаныбыҙға ярҙам кәрәк булған саҡта, үҙем һымаҡ егеттәр алғы һыҙыҡта ҡан ҡойғанда мин йылы өйөмдә тыныс ҡына  ултыра алмайым. Йәш егеттәргә һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар һәм спорт менән шөғөлләнеүҙәрен теләйем. Минең өсөн патриотлыҡ ул—тыуған илемә һөйөү, уның өсөн ғорурлыҡ. Ватаным өсөн барыһына ла әҙермен. Еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ!”,--тип яуапланы Хәйбулла егете.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас