7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары өй беренсә йөрөп, Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙар тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткерә
Хәйбулла районында Рәсәй Президентын һайлауҙар тураһында халыҡҡа адреслы мәғлүмәт еткереү маҡсатында Участка һайлау комиссиялары ағзалары әүҙем эш алып бара.
Районда планлаштырылған 10 786 йорт хужалығынан “обходчик”тар 3270-дә булғандар. Уларҙың бурысы—теркәлгән һайлаусылар исемлеген аныҡлау, ниндәй ысул менән тауыш бирергә мөмкин булыуын аңлатыу, өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү.
Обходчиктарҙы таныуы еңел: уларҙың һәр береһендә төҫтәге жилеткала зәңгәр яҙыу буласаҡ. Шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу мәлендәге кеүек башҡа билдәләре лә (мәҫәлән, зәңгәр мисәт һуғылған участка һайлау комиссияһы рәйесе ҡултамғаһы менән фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме күрһәтелгән участка һайлау комиссияһы ағзаһы таныҡлығы, “ИнформУИК” ҡушымталы телефоны, мәғлүмәт лифлеты һәм теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт менән листовкаһы).
Район халҡына йортоғоҙға ишек ҡаҡҡан участка һайлау комиссиялары ағзаларын аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ.