Рөстәм Шәрипов яугир менән осрашты
“Тим” позывнойлы яугир менән осрашыуы тураһында район хакимиәте башлығы үҙ сәхифәһендә яҙҙы
--Бөгөн ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан яугир менән осраштым. “Тим” позывнойлы хәрби егет өлөшләтә мобилизациянан һуң хәрби хеҙмәткә алына. Әлеге ваҡытта Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби хеҙмәтен үтәй. Яҡташыбыҙ батырлығы өсөн ике дәүләт наградаһы—“Александр Суворов” һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” II дәрәжә миҙалдары менән наградланған.
Осрашыу барышында яугир хеҙмәте, иптәштәренең батырлығы тураһында һөйләне. Яугир район халҡына рәхмәт белдерҙе. Хәйбуллалар ебәргән гуманитар ярҙам СВО-ла ҡатнашҡандар өсөн бик кәрәк, тине ул. Осрашыу аҙағында яҡташыбыҙға Ватанға тоғро хеҙмәте һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙем,--тип яҙҙы Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.