Хәйбулла районында йәнә ҡайғы... Ғаяс Юламанов Ырымбур өлкәһе Гай районы Новониколаевка ауылында 1998 йылда тыуған. Үҙен тәрбиәгә алған ғаиләлә үҫә. Башланғыс кластарҙа Бүребай ауылында, артабан тыуған ауылында белем ала. 9-сы класты тамамлағас, Аҡъяр тау колледжында уҡып, электромеханик һөнәре буйынса диплом ала. Артабан автомобилдәрҙе ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Ғаяс Раил улының кәләше бар, ике улы үҫә. Йәш егет 2024 йылдың 6 ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 6 февралдә Гай ҡала округы һәм Ырымбур өлкәһенең Новоорск районы хәрби комиссариатынан яугирҙың махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыуы тураһында хәбәр килә.
Аҡъяр ауылында үткән матәм сараһында республика һәм район власы етәкселәре, яугир белем алған тау колледжы вәкилдәре, яҡындары батырҙың ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты. Ғаяс Юламанов хәрби антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк булды. Яугир Аҡнаҙар ауылында ерләнде.
Бәхил бул, яугир! Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.