СӘЙӘСӘТ
15 Февраль 2024, 12:10

Һайлауҙарға әҙерлек әүҙем бара

Муниципаль район хакимиәтендә 15-17 мартта үтәсәк Рәсәй Президентын һайлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте

Һайлауҙарға әҙерлек әүҙем бараҺайлауҙарға әҙерлек әүҙем бара
Һайлауҙарға әҙерлек әүҙем бара

Муниципаль район хакимиәтендә 15-17 мартта үтәсәк Рәсәй Президентын һайлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтеп, унда  райондың участка һайлау комиссиялары, территориаль һайлау комиссияһы  рәйестәре, ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты. Етди һөйләшеү алдынан һәр һайлау сараларында әүҙем эшләгән бер төркөм  район участка һайлау комиссиялары рәйестәренә муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов кәңәшмәне асып,  районда һайлауҙарға әҙерлек эштәре әүҙем барыуы, мөһим сәйәси ваҡиғаның даими даими контролдә булыуы, һайлаусылар һәм участка һайлау комиссиялары эше өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында билдәләп үтте. “Бөгөнгө кәңәшмә  Рәсәй Президенты һайлауҙарын сифатлы үткәреү өсөн әһәмиәтле. Рәсәйҙә һайлауҙар асыҡ үтә—участкаларҙа видеотеркәү алып барыла, күҙәтеүселәр эшләй. Һәр һайлаусының тауышы мөһим“,--тине ул.

Хәйбулла районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Айбулат Юнысов Рәсәй Федерацияһы Президиенты вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар тураһында белешмә бирҙе, “ИнформУИК” пилот проекты, “Мобиль һа лаусы” механизмы һәм башҡалар тураһында ентекле һөйләне. Айбулат Урал улы  17 февралдән 7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзаларының йорт  һәм фатирҙар буйлап йөрөп, һайлауҙар кеүек мөһим сәйәси ваҡиға тураһында  халыҡҡа мәғлүмәт еткерәсәге тураһында белдерҙе. Был турала һәм  һеҙҙең йортҡа ишек ҡағасаҡ участка һайлау комиссияһы ағзалары эше, уларҙы нисек таныу буйынса ТИК рәйесе Айбулат Юнысов менән әңгәмәбеҙҙә “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең 14 февралдәге 7-се һанында бирелде.

Кәңәшмә барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең йәмәғәт  тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Рәсүр Нурдәүләтов Рәсәй Президентын һайлауҙар көндәрендә участка һайлау комиссияларында тәүлек әйләнәһенә йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн Хәйбулла районы бүлеге  һәм республика Эске Эштәр министрлығынан  100-ләп полиция хеҙмәткәре, һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителәсәге тураһында мәғлүмәт еткерҙе. “Һайлауҙарҙы  хәүефһеҙ үткәреү өсөн  барлыҡ участка һайлау комиссиялары видеокүҙәтеү йәки теркәү камералары менән йыһазландырылырға тейеш. Бөтә һайлау участкаларында металл эҙләү детекторҙары ҡуйыласаҡ”,--тине ул.

Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  профилактик эштәр һәм  Баймаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге инспекторы Рөстәм Кәипов участка һайлау комиссияларын электр энергияһы менән тотороҡло тәьмин итеү, янғын хәүефһеҙлеге,  ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында эвакуациялау саралары тураһында мәғлүмәт һәм тәҡдимдәрен еткерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 15,16 ҙәм 17 мартында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙар көндәрендә Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы тулы режимда, йәғни  иртәнге 8.00-дән  киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас