СӘЙӘСӘТ
26 Ғинуар 2024, 12:11

Радий Хәбиров тыуған Башҡортостанды бергәләп төҙөргә әҙер дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы

Ул республика халҡына үҙенең эш йүнәлешен хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм алып барған сәйәсәте менән риза булмағандарҙы конструктив диалогҡа саҡырҙы. Республика етәксеһе һәр кемгә дуҫлыҡ ҡулын һуҙырға әҙер булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров тыуған Башҡортостанды бергәләп төҙөргә әҙер дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙыРадий Хәбиров тыуған Башҡортостанды бергәләп төҙөргә әҙер дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы
Радий Хәбиров тыуған Башҡортостанды бергәләп төҙөргә әҙер дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев майҙанында ойошторолған концертта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ул республика халҡына үҙенең эш йүнәлешен хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм алып барған сәйәсәте менән риза булмағандарҙы конструктив диалогҡа саҡырҙы. Республика етәксеһе һәр кемгә дуҫлыҡ ҡулын һуҙырға әҙер булыуын билдәләне.

«Ҡәҙерле яҡташтар! Иң тәүҙә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың, бөйөк Рәсәйҙең берҙәмлеген яҡлау өсөн бында, Салауат Юлаев майҙанына килгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм!

Бөгөн беҙҙең меңләгән егет махсус хәрби операцияла ауыр хәрби эш башҡара. Улар – беҙҙең төп геройҙарыбыҙ, беҙ улар менән ғорурланабыҙ! Беҙҙең бурыс – уларға ярҙам итеү. Беҙҙең бында үҙ фронтыбыҙ – хеҙмәт фронты бар. Сөнки беҙ республикабыҙ мәнфәғәте өсөн эшләргә тейешбеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар, тағы эске фронт бар. Һәр йәмғиәттә төрлө сәбәптәр арҡаһында уны тарҡатырға, беҙҙең республиканы радикаль экстремизм принциптарына таянып тарҡатырға тырышыусы кешеләр бар. Бөгөн беҙ бында Башҡортостанды бер кемгә лә бирмәйбеҙ, тип әйтер өсөн йыйылдыҡ. Беҙ бында йәшәнек, йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ. Беҙ бында сәскә атыусы республика төҙөйәсәкбеҙ. Радикаль экстремизмды таратырға һәм күрһәтергә тырышҡан кешеләрҙең барыһына ла ҡәтғи яуап бирербеҙ. Мин һәр ваҡыт, беренсе көндән үк, экстремизм менән бәйле күренештәргә түҙеп тормайым, тип әйткәйнем. Бөгөн шуны әйтәм: законды боҙғандар һәм күп милләтле берҙәмлегебеҙгә ҡул күтәргәндәр закон алдында яуап бирәсәк.

Бөгөн мин башҡаһы тураһында ла әйтергә теләйем: Башҡортостан Республикаһы Башлығы булараҡ, вәкәләттәрем һәм бурысым сиктәрендә минең менән килешеүселәр һәм минең сәйәсәтемде, ҡарарҙарымды хуплаусылар өсөн генә түгел, ә минең ҡарарҙарым һәм ҡараштарым менән килешмәүселәр өсөн дә Башлыҡ булырға, уларҙы яҡларға  тейешмен. Бөгөн ошо трибунанан минең менән, минең сәйәсәт һәм ҡарарҙар менән килешмәүселәргә, ләкин Башҡортостанды ихлас ярата һәм аҡыллы кешеләр, ысын ир-егеттәр кеүек цивилизациялы диалогҡа әҙер, мин уларға дуҫлыҡ ҡулын һуҙам һәм әйтәм: әйҙәгеҙ, бергәләп Башҡортостаныбыҙҙы төҙөйөк!

Шулай килеп сыҡты, бөгөн, 26 ғинуарҙа, митинг үткәрәбеҙ. Мәрхүмә әсәйемдең тыуған көнө, уға 94 йәш тулыр ине. Бөгөн улымдың да тыуған көнө. Уға өс йәш. Шуны әйткем килә: ил Президенты биргән вәкәләттәргә таянып һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мин бөтә көсөмдө күп милләтле берҙәмлекте һаҡлап ҡалыу, ошондай һоҡланғыс Башҡортостанды ҡалдырған аҡыллы ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлау өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн көрәшәсәкмен. Сөнки улар бында ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен һәм башҡортостандар булыуҙары менән ғорурланһын өсөн күркәм, берҙәм Башҡортостанда йәшәргә тейеш.

Бөгөн килгәнегеҙ өсөн йәнә рәхмәт белдерәм. Ҡабатлап әйтәм: Башҡортостан Рәсәйҙең терәк төбәге булды һәм буласаҡ. Беҙ бергә!», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-26/radiy-habirov-davayte-vmeste-sozidat-i-stroit-nash-rodnoy-bashkortostan-3618782

Автор:
Читайте нас