Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Ноябрь , 00:06

Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш»: Башҡортостан Башлығына нисек һорау бирергә

29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» була.

Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш»: Башҡортостан Башлығына нисек һорау бирергә
Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш»: Башҡортостан Башлығына нисек һорау бирергә

29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» була. Бөгөндән тура бәйләнеш башланғанға тиклем республика халҡы социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала. Видеоһорауҙарҙы 28 ноябргәсә республика етәксеһенең рәсми сайтына һалырға мөмкин, социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар тура бәйләнеш башланғансы һәм хатта тура эфир барышында ла ҡабул ителә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы республика Башлығына һорауҙы нисек бирергә кәрәклеген иҫкә төшөрә.

 

Нисек һорау бирергә?

Радий Хәбировтың «Тура бәйләнеш»енә ике ысул менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:

— социаль селтәрҙә, Радий Хәбировтың «ВКонтакте» һәм «Одноклассники» селтәрҙәрендәге яҙмаларына комментарий ҡалдырырға.

— республика етәксеһенең рәсми сайтында. Бының өсөн видеоһорауҙы махсус бүлеккә урынлаштырырға кәрәк.

Видеоһорауҙы нисек ебәрергә?

Әгәр социаль селтәрҙәр аша һорауҙар өсөн бер ниндәй ҙә талап булмаһа, видеоһорау ебәреү өсөн:

— Дәүләт хеҙмәттәре сайтында авторизация үтергә, иҫәп яҙмаһын актуалләштерергә;

— Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтына инеп, сайттың төп битендә «Госуслуги. Решаем вместе» виджетын табырға;

— «Госуслуги. Решаем вместе» виджетында «Сообщить о проблеме» пунктын һайларға;

— асылған форма аша видеоны беркетергә;

— махсус бүлекте табып, тейешле юлдарҙы тултырырға;

— видеоһорауҙы урынлаштырырға кәрәк.

Видеоға талаптар ниндәй?

Видеояҙмаға талаптар:

 — мобиль ҡушымта ярҙамында ебәргәндә оҙайлығы бер минуттан, файлды компьютер аша тейәгәндә 10 мегабайттан артмаһын;

— видеоны яҡты бинала төшөрөргә кәрәк, һорау биргән кешенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш;

 — видеяҙманы төшөргәндә камераны горизонталь рәүештә тоторға кәрәк;

 — тышта төшөргән осраҡта, һорау яҡшы ишетелергә тейеш;

— исем-фамилияғыҙҙы, ҡалағыҙ йәки ауылығыҙ исемен, шулай уҡ районығыҙҙы әйтеп, һорау бирергә кәрәк;

 — иң һуңында был һорауҙың Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш өсөн икәнен әйтеү мотлаҡ.

Һорауҙарҙы нисек дөрөҫ ебәреү тураһында видеоинструкцияны ҡарап белергә мөмкин.

Һорау биреү өсөн күпме ваҡытым бар?

Халыҡтан һорауҙар тура эфир башланғанға тиклем һәм хатта тура эфир барышында ҡабул ителә. Видеояҙмаларҙы 28 ноябргә киске етегә тиклем республика етәксеһенең рәсми сайтына һалырға мөмкин.

https://bash.bashinform.ru/

 

Автор:
Читайте нас в