

“Хәйбулла районы һәр ваҡыт йөрәгемдә ҡаласаҡ”,--тине Юлай Дидар улы.
Ул йәшәү урынын алмаштырыуға бәйле, муниципаль район советы депутаттары рәйесе вәкәләттәрен һалды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Хәйбулла районы депутаттары советы рәйесе итеп 7-се һайлау округы депутаты Мансур Байгилдин һайланды.