СӘЙӘСӘТ
29 Сентябрь 2023, 08:15

Владимир Путин яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнөн байрам итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

   

Владимир Путин яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнөн байрам итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнөн байрам итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнөн байрам итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин 30 сентябрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының (ДНР һәм ЛНР), Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнөн байрам итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Был ваҡиға ошо төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың тарихи оҡшашлығына нигеҙләнә һәм миллиондарса кешенең үҙ теләген белдереү, үҙҙәренең сәйәси статусын билдәләү, иҡтисади һәм социаль үҫешен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе булып тора.

Бер йыл элек тап ошо көндә Путин Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре башлыҡтары менән яңы биләмәләрҙе Рәсәй Федерацияһы составына индереү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйғайны.

Яңылыҡ 28 сентябрҙән үҙ көсөнә инә.

сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас