

Бөгөн Михайловка ауылында матәм сараһы үтте. Хәйбуллалар батыр улы, махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Виталий Голубцов менән бәхилләште.
Герой менән бәхилләшеү сараһын Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров асты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, яугирҙең хеҙмәттәше Рәмил Кәримов, туғандары исеменән Людмила Артемьева, Ивановка мәктәбе директоры Талип Атанов, дуҫтары исеменән Айгиз Бикбов, Магнитогорск ҡалаһынан тиҙ ярҙам станцияһы профсоюзы рәйесе Александр Лозынин сығыш яһаны һәм геройҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Виталий Голубцов 11-се класты тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егет Сибай медицина училищеһына уҡырға инеп, 2016 йылдан Магнитогорск ҡалаһында тиҙ ярҙам станцияһында фельдшер вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә, СВО зонаһында хәрби хеҙмәтен үтәй.
Яугир 2023 йылдың 18 сентябрендә һәләк була. Уға ни бары 29 йәш ине... Редакция коллективы исеменән яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.