СӘЙӘСӘТ
13 Сентябрь 2023, 15:26

Башҡортостан парламентының яңы составы билдәле булды

    

Башҡортостан парламентының яңы составы билдәле булдыБашҡортостан парламентының яңы составы билдәле булды
Башҡортостан парламентының яңы составы билдәле булды

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 10 сентябрҙә йәғни Берҙәм тауыш биреү көнөндә уҙған VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен иғлан итте.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлаусыларҙың тауыштары түбәндәгесә: «Берҙәм Рәсәй» — 1 063 631, КПРФ — 180 696, ЛДПР — 119 373, «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар —  Хәҡиҡәт өсөн» — 114 056, «Яңы кешеләр» — 52 688.

«Берҙәм Рәсәй» — 41, КПРФ — 6, ЛДПР һәм «Ғәҙел рәсәйҙәр» 4-әр мандат алды.

Парламентҡа үткән депутаттарҙың тулы исемлеге менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тапшырған документта танышырға мөмкин.

Башҡортостан Ҡоролтайының яңы составының тәүге ултырышы 5 октябрҙә үтә. 

 
 
Фото:Валерия Любина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас