СӘЙӘСӘТ
12 Сентябрь 2023, 15:42

СВО геройы республика парламенты депутаты булыу теләген аңлатты

     

СВО геройы республика парламенты депутаты булыу теләген аңлаттыСВО геройы республика парламенты депутаты булыу теләген аңлатты
СВО геройы республика парламенты депутаты булыу теләген аңлатты

Башҡортостандан махсус хәрби операция Геройы Артур Ғәлиев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙан матбуғат конференцияһында республиканың VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутатлыҡҡа һайланырға тигән ҡарарын аңлатты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби бурысын үтәгәндә ул ике тапҡыр иптәшен үлемдән ҡотҡарған, уң ҡулын юғалтып, тыуған яғына ҡайтҡан.

«Госпиталдә ятҡанда мин артабан да фронтҡа ярҙам итергә теләгәнемде аңланым, ләкин билдәле сәбәптәр менән ҡулыма ҡорал тота алмайым. Шуға күрә тәү сираттағы бурысым - яуҙан ҡайтҡан егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү. Ҡануниәт кимәлендә махсус хәрби операция ветерандарының һәм уларҙың ғаиләләренең хоҡуҡтарын яҡлармын», — тине Артур Ғәлиев.

Әйткәндәй, алғы һыҙыҡта прапорщик Ғәлиев Гвардия танк полкының 6-сы штабы технигы булып хеҙмәт иткән. Яугир Батырлыҡ ордены, Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

 

Фото:Валерий Шахов
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас