

3222-се һайлау участкаһы Яңы Ергән ауылында урынлашҡан. Бында 400 һайлаусы теркәлгән. Шул иҫәптән 18 йәше тулған 11 кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе Марсель Рыҫбаев (һүрәттә). Тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашыусы булараҡ, уға грамота һәм бүләк тапшырылды.
–И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 2-се курсында белем алам. Тәүге тапҡыр тауыш бирәм, шуға әҙерәк тулҡынландыра. Һайлау уҙғарылыуы тураһында ата-әсәйем аша белдем һәм шунда уҡ һайлау участкаһына килдем. Башҡа йәштәргә һайлау участкаһына килеп, үҙе теләгән кандидаттарға һәм партияларға тауыш биреүҙәрен теләйем, – тине Марсель.